Төп Бит
Хәрби хеҙмәткә 21 йәштән өлкәнерәктәр алынасаҡ Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
15 Ҡарасай 2008 21:14, Шаршамбы

Өйләнгән хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар йортонан алыҫ түгел хеҙмәт итәсәк, ә 21 йәштән кесе егеттәр ғөмүмән армияға алынмаясаҡ. Башҡортостан хәрби комиссары Тимофей Назаров журналистар менән осрашыуҙа ошо турала хәбәр итте. 1 октябрҙә башланған көҙгө призывҡа арналған матбуғат конференцияһы аншлаг менән үтте. Ул ғәжәп тә түгел - бер йыл хеҙмәт итеүгә күсеү менән армияла күп нәмә үҙгәрҙе, ә Көньяҡ Осетиялағы билдәле ваҡиғаларҙан һуң үҙгәрештәр тағы ла күбәйҙе. Хәрби комиссар индерелгән яңылыҡтарға төп баҫым яһаны ла.

Дауамы...
 
Егеттәр ниңә сит милләткә өйләнергә теләй? Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
07 Ҡарасай 2008 13:37, Шишәмбе

Кавказ ҡыҙҙары үҙ һылыуҙарыбыҙҙан ниндәй өҫтөнлөктәр менән айырыла?
Йәки егеттәр ниңә сит милләткә өйләнергә теләй?

Күптән түгел "Башҡорт форумдары"нда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр советы етәксеһе Тимур Лоҡмановтын ҙур бәхәс тыуҙырған яҙмаһы барлыҡҡа килгәйне. Унда башҡорт ҡыҙҙарының насар, юлдан яҙғандары тәнҡитләнеп, Кавказ традициялы төрки милләтле гүзәл заттар менән сағыштырыла.

Дауамы...
 
Ғинуарҙан авгусҡа тиклем Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
03 Ҡарасай 2008 19:20, Йома

Башҡортостан Республикаһының айырым социаль-иҡтисади күрһәткестәре

2008 йылдың авгусында сәнәғәт етештереү индексы 2007 йылдың авгусына ҡарата — 111,6 процент, ғинуар-августа 110,6 процент тәшкил итте.
Ғинуар-августа барлыҡ төр файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа етештереү индексы былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда — 101 процент, эшкәртеүсе сәнәғәттә — 114,4, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм бүлеүҙә 105,3 процент тәшкил итте.

Дауамы...
 
«Бөгөн башҡорт телен һаҡламаһаҡ, иртәгә тотош республика юҡҡа сығыр» Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
29 Һабанай 2008 22:53, Кесаҙна
Мәғариф законы тирәләй үҙгәрештәр халыҡ хоҡуҡтарын боҙа

     Бер нисә ай элек дәүләт кимәлендәге мәғариф стандарты структураһында милли-төбәк компоненттарын ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итеүсе Федераль закон (309-сы ФЗ) сыҡҡан. Уға ярашлы, туған тел уҡытыу юҡҡа сыға яҙа тигән һүҙ. БР-ҙын, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров был үҙгәрештәргә ҡырҡа ҡаршы икәнен белдереп сығып яһаны. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары, уҡытыусылар, йәштәр ҙә ситтә тороп ҡалманы - улар законға үҙгәрештәр индереүгә (милли белем алыуҙы сикләгән үҙгәреш!) протест белдереп митингыға сыҡты.

Дауамы...
 
Илгә иман илтер төҙөлөш Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
23 Һабанай 2008 11:25, Йома
Йәмиғ мәсете
Йәмиғ мәсете

Баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев проспектында Рәсәйҙә иң ҙур, иң күркәм мәсеттәрҙең береһе буласаҡ яңы Йәмиғ мәсете төҙөлөшө барғанын белмәгәндәр бөгөн һирәктер. Әлбиттә, бындай мөһабәт мәсетте төҙөү еңел-елпе эш түгел, уны бер нисә көндә генә ҡойоп ултыртыу мөмкин булмаған хәл. Мәсет төҙөлөшө былтырҙан барһа ла, эштәрҙең иге-сиге юҡ кеүек. Ни тиһәң дә, ул Рәсәй кимәлендә иң ҡиммәтле һәм иң күләмле проекттарҙың береһе.

Дауамы...
 
Нимә ул инновациялар? Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес
05 Һабанай 2008 15:49, Дш

ИнновацияларИнновацион типтағы иҡтисадты формалаштырыу Рәсәйҙең 2020 йылға тиклем үҫеш программаһында һалынған. Әммә беҙҙең беребеҙ ҙә "инновацион иҡтисад"тың нимәнән ғибәрәт булыуын аңламаған кеүек тәьҫир ҡала.

Беҙҙең чиновниктарға, бизнесмендарға, ғөмүмән, ябай кешеләргә был мәсьәлә аңлайышлы булһын өсөн, Башҡортостан Республикаһының III Асыҡ форумына ярашлы "Инновацион эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең хәҙерге заман тенденциялары" түңәрәк өҫтәле ойошторолдо.
Дауамы...
 
«СтартАлдағы1234КиләһеАҙағы»

Бит 1 - барыһы 4
 

Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә

Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр

Сайтта

Хәҙер беҙҙә 6 ҡунаҡ онлайн

Һауа торошо

"Йәшлек" көлдөрә :)

Телефон шылтырай:
– Был бала табыу йортонан, Иҙрисовҡа әйтегеҙсе, уның өс игеҙәк ҡыҙы тыуҙы.
– Юҡ, юҡ, ғәфү итегеҙ, тик әле түгел, сөнки ул ҡырына...

Баннерҙар

Firefox 2

Башҡорт Википедияһы